Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.