Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 10:3 - Инжил

3 арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 10:3
16 Referencias Cruzadas  

Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


Тағы ла мин күктә бөйөк һәм иҫ киткес илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ.


Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios