Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 1:6 - Инжил

6 һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 1:6
23 Referencias Cruzadas  

Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм руханиҙар иттең, һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.


Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.


Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, яҡын бара алмаҫлыҡ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Уға мәңге-мәңгегә ҡөҙрәт булһын, Амин!


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios