Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 1:4 - Инжил

4-5 Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 1:4
41 Referencias Cruzadas  

Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.


Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы.


Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.


«Мин – Альфа һәм Омега», – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:


Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:


Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:


Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе.


Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.


Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә,


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Мин, Уны күргәс, йәнһеҙ кеше һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүгеһе һәм Һуңғыһы,


Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.


Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.


Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәтеүсе фәрештәнең аяҡтарына йығылдым.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios