Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 1:18 - Инжил

18 һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 1:18
32 Referencias Cruzadas  

Мәсихтең үленән терелтелгәндән һуң ҡабат үлмәйәсәген беләбеҙ бит, инде үлем Уның өстөнән хакимлыҡ итмәй.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.


Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл.


Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды.


Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ.


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә яңы тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән.


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәгән. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ?


Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.


Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе.


Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios