15 аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы.
15 аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙған ялтыр баҡыр, тауышы – шарлауыҡ шауы.
Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.
Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!
Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:
Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине.