Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 4:9 - Изге Яҙма

9 – Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 – Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 – Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 4:9
13 Referencias Cruzadas  

Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?


Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр.


Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.


Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.


Алла ихтыяры менән көйөнөү ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү үлемгә илтә.


Ул шәкерттәренә: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.


Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын.


Юнысҡа был оҡшаманы, ул бик ныҡ асыуланды һәм көйөндө.


Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.


– Һиңә үҙең бер ниндәй ҙә хеҙмәт һалмаған һәм үҫтермәгән, бер төндә үҫеп сығып, бер төндә юҡҡа сыҡҡан үҫемлек йәл, – тине Раббы.


Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios