Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 4:8 - Изге Яҙма

8 Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 4:8
23 Referencias Cruzadas  

Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Именлек һорағыҙ Йәрүсәлим өсөн: «Һине һөйгәндәргә уңыш юлдаш булһын!


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер.


Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте.


Йән һөйгәнем, әйтсе миңә: Малдарыңды ҡайҙа утлатаһың? Төш мәлендә ҡайҙа ятҡыраһың? Ниңә мин дуҫтарыңдың малы янында Бөркәнсек ябынған ҡатындай йөрөргә тейеш?


Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».


Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.


Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


«Аҙаҡ килгәндәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».


үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.


Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».


– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.


Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла,


Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.


Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе!


Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios