Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 3:17 - Изге Яҙма

17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, шулай уҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ике йөҙлө түгел.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 3:17
63 Referencias Cruzadas  

Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә,


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.


Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.


Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға,


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ҡуйығыҙ!


һеҙ имандаштар араһында кеше айырған яман уйлы хөкөмдарға әүереләһегеҙ түгелме?


Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелеккә тулғанығыҙға, һәр төрлө белемгә өйрәнеп, бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.


Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».


Һине Исраил өҫтөнән ҡуйғас, Аллаң Раббының ҡанунын үтәр өсөн һиңә зиһен һәм аҡыл бирә күрһен.


Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.


Уға алып барған юлды бары Алла белә, Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә.


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.


Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.


Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы файҙалана ала инек, ләкин беҙ һеҙгә наҙлы булдыҡ. Әсә кеше үҙ сабыйҙарын хәстәрләгән кеүек,


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам.


Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.


Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды.


шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтә кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


Мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.


Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра.


Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.


Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа?


Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.


сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, хәүефләнеү, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Ҡолдар, яҡшы күңелле һәм әҙәпле хужаларығыҙға ғына түгел, аяуһыҙҙарына ла ҡурҡыу ҡатыш тәрән хөрмәт менән буйһоноғоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios