Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 1:11 - Изге Яҙма

11 Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 1:11
27 Referencias Cruzadas  

Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған.


Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.


Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә.


Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ. Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ.


Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы!


Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа?


Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур.


Йә Раббы, асыуланып язалама мине, Ярһыуыңда мине ғазаплама!


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Ҡараңғыла ябырылған ҡырғын, Төш мәлендә килеп баҫҡан һәләкәттән.


Күңелдәрҙе күтәргән шарапты, Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын, Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?


«Аҙаҡ килгәндәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».


Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып, Ҡәлғәләренән сығалар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios