Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Вәғәзсе 9:9 - Изге Яҙма

9 Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Вәғәзсе 9:9
14 Referencias Cruzadas  

Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.

Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.

Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?

Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге.

Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.

Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.

Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс.

Йорт-мал – ата-әсәнән ҡалған мираҫ; аҡыллы ҡатын – Раббы бирмеше.

Ҡатын тапҡан – хазина тапҡан, Раббының илтифатын ҡаҙанған.

Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.

Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!

Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, пелештиҙәр батшаһы Авимәләх тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios