Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 7:16 - Изге Яҙма

16 Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә?

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 7:16
25 Referencias Cruzadas  

Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Бал таптыңмы – туйғансы аша, ҡоҫҡансы ашама;


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта аҡыллы тойолһа ла, ысынында кешенең әҙәмсә нәфсеһенә ҡаршы тора алмайҙар.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Бынан ғәйре, улым, шунан һаҡлан: китап яҙыусыларҙың иҫәбе юҡ, күп уҡыу тәнде талсыҡтыра.


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».


Байыйым тип үтә бөтөрөнмә, зиһенең ундай уйҙарыңа сик ҡуя белһен.


Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар рәхмәт менән ҡабул итһен өсөн, Алла булдырған.


ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.


Һәм тағы: «Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын: улар буш-мәғәнәһеҙ».


Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны.


Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».


Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.


Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Инде хәҙер Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн төрбәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәберҙәрендәге һәйкәлдәрҙе биҙәйһегеҙ.


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios