Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 7:12 - Изге Яҙма

12 Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай, Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 7:12
25 Referencias Cruzadas  

Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй, Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Мин Уның бойороғо мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.


Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.


Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.


Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.


Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.


Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер.


зирәклек һине ҡурсалар, зиһен һине һаҡлап торор.


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.


Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.


Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.


Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була.


Яҡты ҡараңғылыҡтан яҡшыраҡ булғандай, аҡылдың да ахмаҡлыҡтан яҡшыраҡ икәнен күрҙем.


Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә.


Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай.


Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.


Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios