Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 2:22 - Изге Яҙма

22 Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 2:22
21 Referencias Cruzadas  

Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?


Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә.


Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек,


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.


Ауыр хеҙмәт менән, ел артынан ҡыуып тапҡан ике усламдан, күңел тыныслығы менән тапҡан бер ус ниғмәт хәйерлерәк түгелме?


Эшләүсегә ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.


Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер.


Мин шуны аңланым: кеше өсөн Алла биргән ҡыҫҡа ғына ғүмере дауамында ашау-эсеү һәм был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән йәм табып йәшәү яҡшы икән, сөнки был – уның тәҡдире.


Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш.


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ.


Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?


Хеҙмәт кешеһе үҙенә үҙе ял бирмәй, сөнки уны ас ҡарыны өндәй.


Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.


Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios