Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 2:18 - Изге Яҙма

18 Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрәлмаҫ булдым, сөнки хезмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 2:18
19 Referencias Cruzadas  

Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.


Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?


Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.


Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән.


Сөнки берәү аҡылы, белеме, оҫталығы менән эшләп тапҡанын бының өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған кешегә ҡалдыра булып сыға. Был да – буш мәшәҡәт, ҙур ғәҙелһеҙлек.


Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios