Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 2:10 - Изге Яҙма

10 Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 2:10
21 Referencias Cruzadas  

Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?


Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар.


Был донъялағы бөтә нәмә: тән нәфсеһе, күҙ нәфсеһе һәм байлыҡ арҡаһындағы тәкәбберлек – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан.


Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.


Ҡыҙҙарға күҙ һалмам тиеп, Күҙҙәрем менән килешеү төҙөшкәйнем.


Өйөнә ҡайтҡас, атаһы менән әсәһенә: – Мин Тимнала бер пелешти ҡыҙын күрҙем. Уны миңә кәләш итеп алып бирегеҙ, – тине.


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Байлыҡ артҡан һайын уны ҡулланыусылар ҙа арта. Байлыҡ эйәһенә унан ни файҙа? Байлығына ҡарап ҡына ҡәнәғәтләнергә ҡала.


Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап.


Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай.


Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән.


Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс.


Мин шуны аңланым: кеше өсөн Алла биргән ҡыҫҡа ғына ғүмере дауамында ашау-эсеү һәм был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән йәм табып йәшәү яҡшы икән, сөнки был – уның тәҡдире.


Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios