Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 11:1 - Изге Яҙма

1 Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 11:1
21 Referencias Cruzadas  

Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.


Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр.


Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.


Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.


Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.


бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар.


Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;


Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios