Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 10:12 - Изге Яҙма

12 Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 10:12
36 Referencias Cruzadas  

Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ.


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Күңел сафлығын яратҡан, телендә гел яғымлы һүҙ булғанды батша ла үҙенә дуҫ һанар.


Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!


Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә.


Иҫерек ҡулындағы сәнскәкле ботаҡ нисек булһа, ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ ҙә шулай.


Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.


Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ; һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы!


Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай.


Мәкерле күҙ ҡыҫҡан хәсрәт килтерер, ахмаҡты теле бәләгә илтер.


Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер.


Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.


Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын, Тулҡындарҙың шаулағанын, Халыҡтарҙың ғауғаларын Баҫылдырған Һинһең.


Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.


Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Ахмаҡ ҡул ҡаушырып ултырып, үҙен үҙе харап итер.


Аҡыллының тыныс әйткән һүҙе ахмаҡтарҙың хакимы аҡырғандан яҡшыраҡ ишетелә.


Аҡыл эйәләренең һүҙҙәре – мал ҡыуа торған осло таяҡ кеүек, Әйтемдәр йыйылмаһы – ныҡ итеп ҡағылған сөй шикелле; Улар бер көтөүсе тарафынан бирелгән.


Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан.


Күп төш күреүҙә, күп һүҙ һөйләгәндәге ише, файҙаһыҙ нәмәләр бар: Алланан ҡурҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios