Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 9:28 - Изге Яҙма

28 Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 9:28
14 Referencias Cruzadas  

Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине.


Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.


– Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.


– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.


Раббы Мусаға: – Мин фирғәүенгә һәм Мысырға яңы ҡаза күндерәм. Бынан һуң ул һеҙҙе бынан ебәрер. Ебәреү генә түгел, ҡыуып сығарыр, – тине. –


Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып: – Барығыҙ, Аллағыҙға ҡорбанды ошо беҙҙең ерҙә килтерегеҙ, – тине.


Муса менән Һарунды фирғәүен ҡабат үҙ янына саҡыртып: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббыға ғибәҙәтегеҙҙе ҡылығыҙ, тик кемдәр барғанын әйтегеҙ, – тине.


Фирғәүен Мусаны саҡырып алды ла былай тине: – Барығыҙ, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әйҙә, бала-сағағыҙ үҙегеҙ менән барһын, бары тик малығыҙ – эреһе лә, вағы ла – бында ҡалһын.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Улар үҙеңә лә, бөтә халҡыңа ла, хеҙмәтселәреңә лә маҙа бирмәҫ».


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios