Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 7:2 - Изге Яҙма

2 Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн фирғәүенгә еткерер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 7:2
13 Referencias Cruzadas  

Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен.


Раббы Мусаға: – Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.


Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ.


Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ.


Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне.


Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios