Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 7:14 - Изге Яҙма

14 Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 7:14
21 Referencias Cruzadas  

Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды.


Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне.


Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар. Мин уны һәм уның хеҙмәтселәрен тиҫкәреләндерҙем. Быны Мин улар араһында хикмәттәремде күрһәтер өсөн,


Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы.


Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар.


Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Әгәр халҡыма китергә рөхсәт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм.


Әгәр ебәрмәһәң, уны һаман тыйып тотһаң,


Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам.


Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен».


Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.


Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын.


Фирғәүен белешергә ебәрҙе – ысынлап та, Исраил халҡының бер генә баш малы ла үлмәгәйне. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Исраил халҡын ебәрмәне.


Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк.


Тәлмәрйендәр һинән, һарайҙарыңдан, хеҙмәтселәреңдән, халҡыңдан китер; улар бары тик йылғала ғына ҡалыр.


Фирғәүен ямғыр менән боҙҙоң яуыуҙан туҡтағанын, күк күкрәмәгәнен күрҙе лә йәнә гонаһлы эшенә тотондо – үҙе лә, хеҙмәтселәре лә йәнә ҡарышты.


Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.


Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios