Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Сығыу 5:3 - Изге Яҙма

3 – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Сығыу 5:3
12 Referencias Cruzadas  

Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.

Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.

Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен!

Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.

Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине.

Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар.

Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың.

Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.

Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.

Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.

Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios