16 Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне.
Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.
Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.
һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.
Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.
Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.
Муса Алла йортондағы бөтә эштәрҙә тоғро хеҙмәтсе ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.
Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.
Мин Евфратҡа барҙым да, Раббы бойорғанса, билбауҙы йәшереп ҡуйҙым.
Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне.
Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне.
Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
Болот сатыр өҫтөндә ике көн, бер ай йәки бер йыл торһа, исраилдар ҙа шунса ваҡыт урындарында ҡала, ҡуҙғалмай. Болот күтәрелһә генә ҡуҙғалалар ине.