Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 40:15 - Изге Яҙма

15 Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Минең ҡаһиндарым булһын өсөн, уларға ла аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 40:15
15 Referencias Cruzadas  

Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.


Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле.


Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә.


Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Исраил халҡына әйт: «Быуындан-быуынға был изге мәсех майы бары Мин Раббы өсөн ҡулланыласаҡ.


билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.


Улдарын килтер, уларға күлдәк кейҙер.


Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне.


– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios