Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 4:14 - Изге Яҙма

14 Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте: – Әллә һинең Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме ни? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. –

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 4:14
19 Referencias Cruzadas  

Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.


Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне.


Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.


Тик унда имандашым Титусты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек:


Исраил Аллаһы Раббының уға ике тапҡыр күренеп: «Башҡа илаһтарға табынма!» – тип киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, Сөләймән Раббы юлынан тайпылды, Уның бойороғона әһәмиәт бирмәне. Шул арҡала Раббы Сөләймәнгә асыуланды.


Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе.


Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың.


– Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.


Мин Муса менән Һарунды шунда ебәрҙем, Мысырға афәттәр яуҙырып, уны язаға дусар иттем, һәм һеҙҙе унан алып сыҡтым.


Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?


Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе.


Раббы ҡулын күтәреп ант итте – Сүллектә уларҙы ҡолатырға,


«Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios