Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 39:32 - Изге Яҙма

32 Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

32 Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 39:32
24 Referencias Cruzadas  

Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.


Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.


Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла.


Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен –


Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.


Осрашыу сатырын, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын,


Раббы Мусаға былай тине:


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.


Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios