Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 34:14 - Изге Яҙма

14 Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 34:14
20 Referencias Cruzadas  

Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ.


Минән башҡа аллаларың булмаһын.


әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек.


Раббы: – Мин бөтә шөһрәтемде һинең алдан үткәрермен, Һинең алда «Раббы» исемен иғлан итермен. Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен, Кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен, – тип вәғәҙә итте.


Раббы Исраилды язаға тарттырыр һәм Исраил халҡы һыуҙа ҡалтыранған ҡамыш кеүек булыр. Раббы уларҙы аталарына биргән был уңдырышлы тупраҡтан йолҡоп алып, Евфрат йылғаһының аръяғына таратыр, сөнки улар Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйып, Раббыны асыуландырҙылар.


– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Көнсөллөгөмдө һиңә ҡаршы йүнәлтермен. Һиңә ярһып ташланырҙар: танауың менән ҡолаҡтарыңды ҡырҡып алырҙар, ә иҫән ҡалғандарың ҡылыстан ҡырылыр. Улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды әсиргә алырҙар, имен ҡалғандары утта янып үлер.


Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios