Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 33:2 - Изге Яҙма

2 Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙы, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 33:2
16 Referencias Cruzadas  

Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан әкренләп ҡыуып бөтөрөр. Һеҙгә уларҙы тиҙ арала ҡырып бөтөрөргә кәрәкмәй, юғиһә тирә-яғығыҙҙа ҡырағай хайуандар үрсеп китеүе ихтимал.


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Муса Раббыға былай тине: – Һин миңә был халыҡты ары алып китергә ҡуштың, ләкин минең менән кемде ебәреүеңде әйтмәнең. Исемең менән беләм һине, тинең, күңелемә күркәмһең, тинең.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем.


шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios