Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 33:11 - Изге Яҙма

11 Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 33:11
19 Referencias Cruzadas  

Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ?


Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы.


Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә.


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште.


Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.


Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.


Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.


Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы.


Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?


Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға: – Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине.


Муса Йушағҡа былай тине: – Бер нисә кеше һайлап ал да, барып ғәмәлектәр менән һуғыш. Ә мин иртәгә, Алланың таяғын алып, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫырмын.


Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла.


Быға яуап итеп, Нун улы Йушағ, Мусаның хеҙмәткәре, һайланмыш ирҙәрҙең береһе: – Эй хакимым Муса! Тый һин уларҙы! – тине.


Ҡолом Муса менән улай түгел. Минең йортомда ул иң тоғроһо.


Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios