Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 30:6 - Изге Яҙма

6 Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 30:6
16 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,


Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә.


Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.


Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.


Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы;


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.


Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы алтын менән көплә.


Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.


Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios