Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 30:36 - Изге Яҙма

36 Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Изге сатырға, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

36 Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 30:36
7 Referencias Cruzadas  

Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.


Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios