Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 30:34 - Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә итеп бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: – шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 30:34
20 Referencias Cruzadas  

Ул, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, мәсехләү өсөн изге май һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһы яһаны.


Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы.


– Иң хуш еҫле матдәләр: биш йөҙ шекел шыйыҡ мирра, унан ике тапҡыр кәмерәк – ике йөҙ илле шекел еҫле дәрсен, ике йөҙ илле шекел хуш еҫле ҡамыш,


майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр,


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?


уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине.


Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын.


шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр. Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш.


төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы;


Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен.


Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр.


Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.


Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.


хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios