Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 3:16 - Изге Яҙма

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: „Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһы ла күрҙем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 3:16
31 Referencias Cruzadas  

Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Ул берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртырға Милетостан Эфесҡа кешеләр ебәрҙе.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.


– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,


Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.


Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әммә Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр.


Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.


Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды,


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы.


Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны.


– Халҡыңдан алдараҡ кит, – тине Раббы Мусаға. – Үҙең менән Исраил халҡының бер нисә аҡһаҡалын ал. Ҡулыңа теге Нил һыуына һуҡҡан таяғыңды тот.


Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.


Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.


Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios