Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 28:41 - Изге Яҙма

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 28:41
24 Referencias Cruzadas  

Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.


Ә һеҙ Осрашыу сатыры ауыҙынан ситкә китмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Һеҙ бит Раббының мәсех майы менән майланып, Уға бағышландығыҙ. Улар Муса әйткәнсә эшләне.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Ете көн буйы ҡаһиндар ҡорбан усағын паклаһын һәм таҙартып бағышлаһын.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.


Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен.


Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт.


Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.


Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын.


Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын.


Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios