Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 28:3 - Изге Яҙма

3 Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн Һарунға кейем әҙерләһендәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 28:3
16 Referencias Cruzadas  

һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.


Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.


Муса Исраил халҡына былай тине: – Белегеҙ: Раббы, Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып,


Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен иләп алып килде.


уға Алла рухы иңдерҙе, зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙе.


– Бесалил, Оһолиав һәм Раббы зирәк аҡыл һәм һәләт күндергән башҡа оҫталар изге урынды эшләгәндә кәрәк булған бөтә нәмәне тап Раббы ҡушҡанса башҡарырға тейеш, – тине Муса.


Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе.


Оҫталарығыҙ килеп Раббы эшләргә ҡушҡан бөтә нәмәләрҙе:


Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios