Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 27:3 - Изге Яҙма

3 Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Уға көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 27:3
17 Referencias Cruzadas  

көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр. Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине.


көл көршәктәре, көрәктәр, сәнскеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Хурам-Ави Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан була.


Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай:


саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш;


Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте.


Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы:


Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.


Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен.


Ҡорбан усағы өсөн бөтә кәрәк-яраҡ: көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар эшләне. Уларҙың бөтәһе лә баҡырҙан ине.


Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте.


Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә.


Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһа һәм уның дүрт мөйөшөнә дүрт баҡыр дүңгәләк беркет.


саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды.


Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios