Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 27:16 - Изге Яҙма

16 Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда сигеү менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 27:16
10 Referencias Cruzadas  

Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.


„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.


Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшләнеләр.


Һарун өсөн нәфис етендән күлдәк тек, нәфис етендән сәллә эшлә һәм биҙәкле билғау һуҡ.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик.


икенсе яғында ла шаршауҙарҙың оҙонлоғо ун биш терһәк булып, улар ҙа өс төпкә ҡуйылған өс бағанаға эленһен.


Ихата әйләнәһендәге бөтә бағаналарҙың да беркеткестәре һәм ырғаҡтары көмөштән, ә бағана аҫтындағы төптәр баҡырҙан булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios