Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 26:30 - Изге Яҙма

30 Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 26:30
14 Referencias Cruzadas  

Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.


Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә.


– Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә Килешеү сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефанус. – Ул сатыр Алла бойороғо буйынса, Муса күргән өлгө буйынса яһалған булған.


Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә.


Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине.


– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.


Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһа. Ул һиңә тау башында күрһәтелгәнсә эшләнһен.


Рамдарҙы алтын менән көплә һәм уларға һайғауға нығытыу өсөн алтын дүңгәләктәр беркет тә һайғауҙы алтын менән көплә.


Раббы Мусаға күрһәткәнсә эшләнгән шәмдәл нигеҙенән алып сәскәләренең тажына тиклем алтындан сүкеп яһалғайны.


– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios