15 Муса тауға менде. Тауҙы болот ҡаплап алды.
Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс,
Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.
Шул саҡ Сөләймән былай ти: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне.
Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.
Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды.