Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 22:30 - Изге Яҙма

30 Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 22:30
14 Referencias Cruzadas  

– Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай.


Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма.


Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын.


Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.


Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан-быуынға шулай булһын.


– Исраил халҡына әйт: һыйыр малыныҡымы ул, һарыҡмы, кәзәнекеме – бер ниндәй ҙә эс майын ашамағыҙ.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыс ботарлаған малдың майын төрлө кәрәк-яраҡҡа файҙаланырға мөмкин, әммә ашарға ярамай.


Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.


Үҙе үлгән, йә йыртҡыстан таланып үлгәнде ашап, үҙен нәжесләмәһен. Мин – Раббы.


Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.


Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios