Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 22:18 - Изге Яҙма

18 Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 22:18
17 Referencias Cruzadas  

Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны.


Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе, үҙҙәренең китаптарын алып килеп, бөтәһенең күҙ алдында яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләгәйнеләр, барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты.


Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө.


„Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ!


Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ.


Ниндәй ҙә булһа хайуан менән яҡынлыҡ ҡылып үҙеңде нәжесләмә. Ҡатын кеше лә яҡынлыҡ ҡылыр өсөн мал-тыуар алдына баҫмаһын. Был – ҡәбәхәтлек.


«Берәй төрлө хайуан менән яҡынлыҡ ҡылған кешегә ләғнәт булһын». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios