Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 21:2 - Изге Яҙма

2 ғивриҙе ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны, йолом түләтмәйенсә, иреккә ебәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 ғивриҙы ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны йолом түләтмәйенсә иреккә ебәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 ғивриҙе ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны, йолом түләтмәйенсә, иреккә ебәр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 21:2
18 Referencias Cruzadas  

Ҡолоңдо иреккә ебәреүеңде ауыр ҡабул итмә, сөнки ул алты йыл эсендә ялланып хеҙмәт итеүселәрҙән ике тапҡырға артығыраҡ эшләне. Аллаң Раббы уның өсөн һәр эшеңә фатихаһын бирер.


Әммә һатып алынған ҡол, сөннәтләнгәндән һуң, уны ашай ала.


да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды.


Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һәр ете йыл һайын, бурыстарҙы ғәфү итеү йылында, Ҡыуыш байрамында,


Һәр етенсе йылдың аҙағында бурыстарҙы ғәфү итегеҙ.


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.


Әйтте Ғаяз: – Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп түгел – ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле фатиха ла юҡ! – Шулай итеп, минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? – тип һораны Ғаяз атаһынан.


Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә, Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Алла.


Әгәр ҙә ул бер үҙе килһә, бер үҙе китһен; әгәр ҙә инде ҡатыны менән килһә, ҡатыны ла уның менән китһен.


Әгәр ҙә берәү ҡыҙын ҡоллоҡҡа һатһа, ҡыҙҙы иреккә сығарыу шарты ир-ат ҡолдарҙы азат итеү кеүек түгел.


Әгәр ҙә һатылған ҡәрҙәшегеҙ шул рәүешле иреккә сығыу хаҡын түләп йолоп алынмаһа, балалары менән бергә Яңырыу йылында азат булыр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios