3 Минән башҡа аллаларың булмаһын.
Минән башҡа аллаларың булмаһын.
– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.
Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.
Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.
Ят илаһтарға эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм сәждә ҡылмағыҙ, үҙегеҙ яһаған боттар менән Мине асыуландырмағыҙ. Шул сағында Мин һеҙгә зыян килтермәм», – тине.
Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ.
Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.
Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.
Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.
Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.
Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.
Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ, Сөнки ЙәһүәАлла – мәңгелек Ҡаябыҙ.
Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.
Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»
«Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!
Эй Раббы, Һине ҙурлайым! Мине ҡәбер ауыҙынан тартып алдың, Дошмандарыма минән көлөргә юл ҡуйманың.
Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә! Мин – һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотҡандарҙың хеҙмәттәшемен. Аллаға баш эй!
Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.
Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр.
Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.
Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.
Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.
«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.
Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен.
Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.
Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».
Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.
Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.