Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 19:4 - Изге Яҙма

4 «Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 «Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 «Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 19:4
15 Referencias Cruzadas  

Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.


Үҙенә тип сүлдә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҡатынға ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.


Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»


Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ?


Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла,


сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө».


Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты!


«Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios