Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 18:16 - Изге Яҙма

16 Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 18:16
20 Referencias Cruzadas  

Аҡһаҡалдарға иһә: – Беҙ кире ҡайтҡансы ошонда көтөп тороғоҙ, – тине. – Һарун менән Хур янығыҙҙа ҡала. Берәйһенең йомошо төшһә, уларға мөрәжәғәт итһен.


Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала?


Авшалом: – Дәғүәләрең хаҡ та, ғәҙел дә, әммә батша янында һиңә ҡолаҡ һалырҙай кеше юҡ шул, – тигән. Шунан: –


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Миңә ҡаршы дәғүә белдергәндә Ҡол һәм ҡолиәләремдең хоҡуҡтарын инҡар итһәм,


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Раббы Мусаға былай тине: – Был кеше үлтерелергә тейеш. Уны тупламдан ситтә бөтә йәмғиәт таш бәреп үлтерһен.


Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ.


Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.


Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе. – Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән.


– Дөрөҫ эшләмәйһең, – тине ҡайныһы Мусаға, –


Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios