Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 15:9 - Изге Яҙма

9 „Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 „Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 „Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 15:9
15 Referencias Cruzadas  

„Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“.


Халыҡтың ҡасып китеүе тураһында Мысыр батшаһына хәбәр иткәс, фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре кире уйланы. – Нимә эшләнек беҙ? – тине улар. – Ҡолдарыбыҙ исраилдарҙы ебәрҙек.


Ә инде көслөрәк берәү, һөжүм итеп, был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Беҙҙе һәләк итер өсөн Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда, Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы Инде йотам тиеп ҡыуанғанда, Улар өйөрөнөң башлығын Үҙ һөңгөһө менән тиштең.


Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.


Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»


Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.


Дошмандарымды эҙәрләп ҡырҙым. Тар-мар итмәйенсә боролманым.


Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе, күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы.


Унда ҡысҡырҙылар: „Мысыр батшаһы фирғәүен – бушбоғаҙ! Ул форсатын ҡулдан ысҡындырҙы!“»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios