Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 15:27 - Изге Яҙма

27 Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш хөрмә ағасы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш финик пальмаһы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш хөрмә ағасы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 15:27
7 Referencias Cruzadas  

Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


Маранан китеп, Элимға килделәр. Бында ун ике шишмә һәм етмеш төп хөрмә ағасы бар ине, шунда урынлаштылар.


Йылғаның ике ярында ла һәр төрлө емеш ағастары үҫер. Изге торлаҡтан ағып сыҡҡан һыу һуғарғанға күрә, уларҙың япраҡтары бер ваҡытта ла һулымаҫ, емештәре бөтмәҫ, ай һайын яңылары өлгөрөр. Емештәре ашарға, ә япраҡтары дауаға ҡулланылыр.


Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.


Исраил йәмғиәте Элимдан ҡуҙғалып китте. Мысырҙан сыҡҡандың икенсе айының ун бишенсе көнөндә улар Элим менән Синай тауы араһында ятҡан Син сүленә килеп туҡтаны.


Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған, Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios