Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 14:11 - Изге Яҙма

11 – Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 – Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә, баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 – Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың?

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 14:11
14 Referencias Cruzadas  

Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы.


Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең?


– Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде? – тине Исраил.


– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.


Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios