Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 13:2 - Изге Яҙма

2 – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 13:2
19 Referencias Cruzadas  

сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны.


сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.


Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма.


Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле.


Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы.


Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Раббы Мусаға былай тине:


– Мин һәр Исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке,


шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.


Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән,


һин, Минең балаларымды салып, утта боттарға ҡорбан иттең.


Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.


Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios