Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Сығыу 13:17 - Изге Яҙма

17 Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Сығыу 13:17
14 Referencias Cruzadas  

Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.

улар унда, үҙҙәрен әсиргә алғандарҙың илендә бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,

Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән.

Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр.

Әммә Паулус тапшырылған эште атҡарып сығырға ярҙам итергә теләмәйенсә Памфулияла уларҙы ташлап киткән Яхъяны алырға ризалашманы.

Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.

Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен! Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды.

Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды.

Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.

Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios